Ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан Башҡортостанда йәшәү минимумы 10015 һум күләмендә билдәләнде. Тейешле ҡарар БР Хөкүмәте порталында баҫылды. Эшкә яраҡлы халыҡ өсөн ул — 10641 һум, пенсионерҙар өсөн — 9605 һум, балалар өсөн 10077 һум тәшкил итә һәм 2021 йылдың 31 декабренә тиклем ғәмәлдә була.