Республика Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров эш сәфәре менән Күмертау ҡалаһында булды һәм вертолеттар етештереү заводы эшсәндәре менән осрашты. «Күмертауҙа етештерелгән техника ныҡлы, ышаныслы булыуы менән билдәле, — тине премьер-министр. — Быйыл Башҡортостан урман янғындарын һүндереү өсөн — бер, санитар авиация өсөн бер вертолет аласаҡ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына алынасаҡ К-31 вертолеты көслө урман янғындарын ғына түгел, күп ҡатлы йорттарҙағы утты һүндереүҙә лә уңайлы. Тап ошо техника буйынса килешеү төҙөлдө».