+8 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 18:36

Алимент түләй алмағандарға ла ярҙам буласаҡ

Федераль Суд приставтары хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда алимент буйынса бурыслы булған граждандар менән социаль килешеүҙәр төҙөү ҡарала. Был килешеү ауыр тормош хәленән сығырға, бюджеттан аҡса алырға, эш табырға, яңы һөнәр үҙләштерергә, эшҡыуарлыҡ асырға һәм ошо килемдән алимент түләргә мөмкинлек бирәсәк. Документҡа ҡул ҡуйыусы хатта бушлай алкоголизм, наркоманиянан дауаланыу, реабилитация хоҡуғына эйә буласаҡ. Быйыл республикала йәшәүсе, алимент буйынса бурысы булған биш кеше ошондай килешеү төҙөп, дәүләт ярҙамы алған. Ғаризаны күп функциялы һәм мәшғүллек үҙәктәре ҡабул итә. Белешмәләр өсөн телефон: 8 (347) 200-80-80.


Читайте нас: