+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 18:36

Хәүефһеҙлек режимында үҙгәрештәр бар

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров пандемияға бәйле юғары әҙерлек режимына төҙәтмәләр индерҙе, улар 11 февралдән үҙ көсөнә инде. Атап әйткәндә, банктарҙа, сауҙа нөктәләрендә, күп функциялы үҙәктәрҙә бирсәткә кеймәҫкә мөмкин. 65 йәштән оло кешеләр өсөн үҙҡурсалау тәртибе 25 февралгә тиклем ғәмәлдә ҡала. Башҡортостан балалары быйыл «Орленок» һәм «Артек» лагерҙарына ял итергә бара ала. Кәңәшмәләрҙе дистанциялы рәүештә түгел, офлайн үткәрергә рөхсәт ителә.
Читайте нас: