+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Февраль 2021, 18:37

Йыл йомғаҡтары барланды

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең 2020 йылғы эшмәкәрлек йомғаҡтары буйынса кәңәшмәһе уҙҙы. Мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Ирек Мусин, мәҙәни-ял үҙәгенең методик үҙәк мөдире Гөлшат Шәйәхмәтова отчет тотто. 2021 йылға эштәр планы ҡаралды. Йыл йомғаҡтары буйынса һөҙөмтәле эш күрһәткән мәҙәниәтселәр төрлө грамоталар менән бүләкләнде. Улар араһында методик үҙәк мөдире Г. Р. Шәйәхмәтова, район мәҙәни-ял үҙәгенең Таштимер һәм Дәүләт филиалдары мөдирҙәре Л. Ә. Ғиләжева, Н. З. Солтанова, район мәҙәни-ял үҙәге хеҙмәткәрҙәре Ф. Ғ. Уйылданова, И. М. Шәйәхмәтова, Р. Ғ. Юлдашева, С. Ғ. Хызыров, Г. В. Ғәбитова, Ф. Ф. Ихсанов, Х. Т. Әхтәмов Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәхмәт хаты менән билдәләнде.
Читайте нас: