+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 17:03

Батырҙарға афарин!

Урал аръяғы агросәнәғәт колледжы студенты, Буранғол егете Айгиз Илбаҡтин Йылайыр районында яугир-интернационалист Р. Х. Ҡолһарин иҫтәлегенә үткәрелгән милли көрәш буйынса турнирҙа беренсе урынға лайыҡ булды. Район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәре лә Ғафури районында Рәсәй Геройы Ф. А. Яҡупов иҫтәлегенә уҙғарылған милли көрәш буйынса республика турнирында бил һынаны. Үҙ ауырлыҡ төркөмөндә Сиҙәм урта мәктәбе уҡыусыһы Дмитрий Измалков (тренеры С. Ғ. Хамматов) Башҡортостан чемпионы исемен яуланы.
Читайте нас: