+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Март 2021, 17:02

Иҫтәлекле кисә уҙҙы

Байым ауылының күп функциялы мәҙәни үҙәгендә Совет ғәскәрҙәренең Афғанстандан сығарылыуының 32 йыллығына арналған иҫтәлекле кисә үткәрелде. Унда яугир-интернационалист Нәсим Ғатауллин, бөгөн арабыҙҙа булмаған Афған ветерандарының ата-әсәләре, тормош юлдаштары, туғандары саҡырылды. Үҙәк директоры Марс Сәйетғәлин етәкселегендә мәҙәниәтселәр матур концерт номерҙары бүләк итте, хәтирәләр менән уртаҡлаштыҡ, яугирҙарҙың фотолары, хаттары ҡуйылған стенд менән танышыу мөмкин булды. Вафат булғандар хөрмәтенә ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәтхуллин аят бағышланы.

Ғәлиә ҠУНАФИНА.
Читайте нас: