Башҡортостан юлдаш телевидениеһындағы «Алтын тирмә» телевикторинаһы йылдан-йыл популярлыҡ яулай бара. Бында ике команда 20 һорауға яуап биреп, зирәклектә, берҙәмлектә үҙен һынай. Ошо көндәрҙә райондаштарыбыҙ — «Йәшлек» гәзитендә баҫылған сканвордтарҙы иң шәп сискән Яңы Балапандан Рита Шәйҙуллина, Байымдан Сәфинә Әхмәтова, Михайловканан Фәнүзә Вәлишина «Алтын тирмә» уйынында ҡатнашып, еңеү яулап ҡайтты.