-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2021, 16:20

“Транснефть – Урал” акционерҙар йәмғиәте Республика буйынса уҙғарылған хеҙмәт шарттарын иң яҡшы ойоштороу конкурсында еңеүсе булды

“Транснефть -Урал “акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһында уҙғарылған “ Хеҙмәт шарттарын һәм уны яҡлауҙы иң яҡшы ойоштороу - 2020” конкурсында еңеү яуланы. Конкурс Башҡортостан Профсоюздар федерацияһы һәм республикала Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы булышлығында уҙғарылды.
Был конкурста Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтары, «Тармаҡ-ара институты» шәхси белем биреү учреждениеһы , социаль страховкалау фондының төбәк бүлексәһе һәм роспотребнадзор ойоштороусылар булып сығыш яһаны. Бында төбәк иҡтисадының төрлө тармаҡтарынан барыһы 140 ойошма һәм предприятиелар ҡатнашҡайны. Ҡатнашыусылар дөйөм рәсәй классификаторына ярашлы, иҡтисади эшмәкәрлек төрҙәре буйынса төркөмдәргә бүленеп ярыштылар.
Баһалауҙың төп критерийҙары – бәхетһеҙ осраҡтарҙың булмауы, ваҡытында хеҙмәт шарттарын баһалау, хеҙмәт һаҡлау өлкәһендә уҡытыу,тематик сараларҙы финанслау, коллектив килешеүҙең үтәлеше буйынса тап “Транснефть-Урал” акционерҙар ойошмаһы иң яҡшыларҙан булып сыҡты! Ул ғына ла түгел, жюри ағзалары “Транснефть -Урал”дың производстола имгәнеүҙе булдырмау өсөн көрәш һәм сәләмәт хеҙмәт шарттарын булдырыу, эштең һөҙөмтәлелеген һәм сифатын арттырыу буйынса үткәрелгән саралары һөҙөмтәле икәненә лә баҫым яһаны.
“Ойошмабыҙҙа хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын булдырыу беҙҙең өсөн мөһим бурыстарҙың береһе булып тора.Беҙ йыл һайын тигәндәй хеҙмәт һаҡлау системаһының үҫеш идаралығына иғтибар йүнәлтеп торабыҙ, уның эшмәкәрлеге халыҡ-ара стандарттар талаптарына яуап бирә һәм уңышлы тормошҡа ашырыла” - тип һөйләп китте “Транснефть–Урал” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Асҡар Әминев.
Бындай конкурс-сараларҙы ойоштороу бик кәрәк. Ойошма һәм предприятиеларҙың тырышып эшләүе һис шикһеҙ, юғары баһаланырға тейештер. Был сараларҙың уҙғарылыуы предприятиела хәүефһеҙ хеҙмәт шарттарын, тәртип булдырырға ваҡыт тигәнде генә аңлатмауын , ә һәр ваҡыт тәртип булдырыуға ғәҙәтләндереүен һәр кем аңлаһа ине...
Читайте нас: