+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2021, 12:22

Мутлыҡ ҡылыусыларҙың яңы алымы

РИА яңылыҡтар хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, мутлыҡ ҡылыусылар кеше аҡсаһына ҡул һоноу өсөн яңы алым уйлап тапҡан. Хәҙер улар «Госуслуги» дәүләт хеҙмәттәре порталынан тип электрон йәшниккә хат ебәрә. Оҡшаш төҫ һәм шрифт менән яҙылһа ла, иғтибарлап ҡарһаң, был порталдың рәсми адресы түгел. Хатта, йәнәһе һеҙгә ниндәйҙер социаль компенсация ҡаралыуы һәм уны алыу өсөн белгескә яҙылып, үҙегеҙҙең СНИЛС һандарын атарға кәрәк тип яҙыла. Күрһәтелгән һылтанма буйынса үткәс, унда аҡса күсереү өсөн банк картағыҙҙың номерын яҙыр кәрәк, тип һорайҙар. Ошо персональ мәғлүмәттәрҙе алғас, енәйәтселәр йә карталағы аҡсаны урлай, йә һеҙҙең документтарығыҙға таянып, башҡа алдыҡ финанс ғәмәлдәр башҡара.
Читайте нас: