+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 12:33

Баш ҡала вуздары һеҙҙе көтә

Башҡортостан уҡыусылары имтихандарын уңышлы тапшырғандан һуң Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары вуздарында бушлай уҡыу хоҡуғына эйә буласаҡ. БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, быйыл «Юғары иҡтисад мәктәбе» милли тикшеренеү университеты «Социаль лифт» программаһы буйынса ҡабул итеүҙе киңәйтә һәм беренсе курс студенттары өсөн илдең ҙур университеттары ишектәрен аса. Был проектҡа эләгеүсе студенттар уҡыу осоронда өҫтәмә матди ярҙам аласаҡ. Конкурс шарттарына ярашлы, программала аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүсе, ауыл ерендә йәшәүсе, йәки ата-әсәләре хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған студенттар ҡатнаша ала. Документтар 1 июнгә тиклем ҡабул ителә. Тулыраҡ мәғлүмәтте ba.hse.ru/socialscholarship һылтанмаһы буйынса табырға була.


Читайте нас: