+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Март 2021, 12:34

Имтихандар ваҡыты билдәле булды

Берҙәм дәүләт имтихандары быйыл 31 майҙа башлана, тип хәбәр итә БР Мәғариф министрлығы. Был көндө география, әҙәбиәт һәм химиянан һынау тапшырасаҡтар. Рус теле буйынса дәүләт имтихандары 3 һәм 4 июндә үтәсәк. Профилле математика буйынса имтихан 7 июнгә планлаштырыла. Сығарылыш кластары уҡыусылары 11 июндә — физиканан, 15 июндә — йәмғиәтте өйрәнеү нигеҙҙәренән, 18 июндә сит телдәрҙән һынау тотасаҡ. Информатика буйынса имтихан 24 һәм 25 июнгә тәғәйенләнгән. Резерв көндәре — 28, 29 июнь, 2 июль. 9-сы кластар өсөн төп этап 24 майҙа старт ала, был көндө рус теленән ОГЭ тапшырасаҡтар.


Читайте нас: