Бөрйән районындағы данлыҡлы Шүлгән таш мәмерйәһендә барған фәнни-тикшеренеү эштәре барышында яңы һүрәттәр табылды, тип яҙа «Башинформ». Ғалимдар һуңғы ике йыл дауамында тәбиғәт ҡомартҡыһын реконструкциялау, уның залдары, экспонаттары буйынса документтар әҙерләү менән мәшғүл. Ошо эштәр барышында мәмерйә яңы сығанаҡтары менән һоҡландыра. Төрлө техника менән яһалған, быға тиклем Шүлгәндә күҙгә салынмаған һүрәттәр асыла. Улар — күмер менән төшөрөлгән ат, үгеҙ, бизон, болан, мамонт һәм башҡа йәнлектәр һүрәттәре. Был һүрәттәрҙе мәмерйә стенаһына төшөргәндә боронғо ҡанбабаларыбыҙ урындағы рельефты ла оҫта файҙаланған булыуы күренә. Әйткәндәй, күмер менән төшөрөлгән һүрәтте радиуглерод алымы менән тикшереп, ҡасан яһалғанлығын белеп була. Тимәк, ғалимдар был ҡомартҡының нисәнсе быуатта ҡаяташҡа һынланыуын асыҡлай аласаҡ.