Башстат мәғлүмәттәренә ярашлы, февраль дауамында төбәктә йәшелсәгә хаҡ артыуы күҙәтелгән. Картуфтың хаҡы, мәҫәлән, 10,5 процентҡа, кишерҙеке — 15, помидор, ҡыярҙыҡы — 4 – 16 процентҡа артҡан. Бынан тыш виноград, лимон, банан кеүек емештәр ҙә ҡыйбатланған. Магазиндарҙа сәй, йогурт, туңдырма, сыр кеүек аҙыҡ-түлеккә хаҡтар күтәрелеүе күҙәтелгән.