Асҡар балалар сәнғәт мәктәбе уҡыусылары «Таланттар галереяһы» IV халыҡ-ара ижади интернет-конкурста уңышлы сығыш яһаны. Миәс сәнғәт һәм мәҙәниәт дәүләт колледжы ойошторған был бәйгелә Аслан Заһитов — беренсе дәрәжәле, Зарема Заһиҙуллина менән Илзидә Шәйәхмәтова икенсе дәрәжәле дипломдарға лайыҡ булды.