Новости
23 Марта 2021, 06:47

Депутаттар иғтибарына!

25 мартта муниципаль район Советы депутаттарының алтынсы ултырышы үтә. Көн тәртибендә муниципаль район Советының 2020 йылдың 15 декабрендәге 57-се һанлы ҡарарына үҙгәрештәр индереү; республика Башлығының БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға мөрәжәғәтнамәһенең төп йүнәлештәрен тормошҡа ашырыу буйынса саралар планы; эске эштәр бүлеге начальнигының 2020 йылда хоҡуҡ һаҡлау бүлексәләре эшмәкәрлеге буйынса отчеты; район биләмәһендә эскелек һәм алкоголизмды профилактикалауға йүнәлтелгән саралар; агросәнәғәт комплексын үҫтереү һәм ауыл хужалығы предприятиеларының яҙғы сәсеүгә әҙерлеге барышы; район балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбен үҫтереү; Әбйәлил районы муниципаль районының Йәмәғәт палатаһы тураһында положениены раҫлау; Башҡортостандағы Балалар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченныйҙың Әбйәлилдәге йәмәғәт ярҙамсыһы эшмәкәрлеге тураһында; Әбйәлил районы муниципаль районы Уставына ер участкалары буйынса аукциондарҙы баҫма матбуғатта сығарыуҙы туҡтатыу тураһында үҙгәрештәр индереү; етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы, опекаға алынған балаларҙы торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаждар иҫәбенә индереү тәртибе тураһында мәсьәләләр ҡараласаҡ. Башлана 11 сәғәттә.
Читайте нас