Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын үҫтереүгә, милли йолаларҙы тергеҙеүгә, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләүгә, ҡоролтай ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуға индергән ҙур өлөштәре өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты Яңы Балапан ауылында йәшәүсе хеҙмәт ветерандары Сәриә һәм Рәжәп Малыбаевтарҙы Маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләне. Шулай уҡ милли рухты үҫтереүҙә, сәләмәт тормошто пропагандалауҙа тос өлөштәре өсөн Малыбаевтар Байым ауыл биләмәһе хакимиәтенең дә рәхмәт хатына лайыҡ булды.