Ғата Сөләймәнов исемендәге республика ҡурай байрамына заявкалар ҡабул итеү башланды. Быйыл ул 21 – 22 майҙа Октябрьский ҡалаһында уҙғарыла. Ҡурай байрамында үҙешмәкәр һәм профессиональ ҡурайсылар, ансамблдәр ҡатнаша ала. Улар өс йәш төркөмөндә үҙ һәләттәрен күрһәтәсәк. Заявкалар 15 майға тиклем
ontrcnt@bk.ru,
oktb-kultura@mail.ru электрон адрестарына ҡабул ителә.