Новости
2 Апреля 2021, 10:08

Йыр-моңға һыуһаған күңелгә дауа

Байым күп функциялы мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре пандемия шарттарында өйҙә ҡалырға мәжбүр булып, үҙ-ара аралашыуға, йыр-моңға һыуһаған ауылдаштары өсөн бынамын тигән кисә үткәрҙе. «Түңәрәк», «Наза», «Ҡапма-ҡаршы бейеү» кеүек күмәк бейеүҙәрҙе берләштереп, шәп композиция булдырҙы. З. Ғайсина, Р. Шәйәхмәтова, М. Сәйетғәлин, М. Хәйҙәрова башҡарған йырҙарҙы яратып ҡабул иттек. Марс Мөҙәрис улы үҙе сәхнәнең бер йәме булһа, дәртле, һәләтле коллектив туплауы ла маҡтауға ғына лайыҡ. Мәрзиә Юламанова менән Фәйез Низамов мәрәкәле һүҙҙәрен йәлләмәй, концертты оҫта алып барҙы.

М. ИРҒӘЛИНА.


Читайте нас