Асҡар мәсетендә райондың төрлө ауылдарынан йыйылған мөслимә ҡатын-ҡыҙҙар араһында Ҡөръән уҡыу, дини тәғлимәттәрҙе ятлау буйынса фәһемле конкурс уҙғарылды. Берәүҙәр хәҙистәрҙе яҡшы белһә, икенселәр пәйғәмбәрҙәр тарихын һөйләп ишеттерҙе, шулай уҡ тәджүит ҡағиҙәләрен ҡулланып, ғәрәпсә уҡып та күрһәтте иманлы гүзәл заттар. Ҡөръән китабынан алынған һорауҙарға ихлас яуап бирҙеләр. Призлы урындарға лайыҡ булған Әминә Ғилманова, Әминә Төхвәтуллина, Гөлиә Тайыпова һәм Гөлназ Ғәлфәүрова имам-мөхтәсиб Рөстәм Ситдиҡов әҙерләгән зауыҡлы бүләктәр һәм дипломдар алып ҡыуанды.