16 апрелдә «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан ир-егеттәренең тәүге ҡоро үткәрелә. Унда йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ир-аттар, эшҡыуарҙар, сәйәсмәндәр ҡатнашасаҡ. Ир-егеттәрҙең абруйын күтәреү, ғаиләлә атай ролен үҫтереүҙе маҡсат иткән сара сиктәрендә «Ил терәге» йәмәғәт наградаһы тапшырыу көтөлә.