Новости
9 Апреля 2021, 06:16

Енәйәтселәрҙең яңы схемаһы

Мутлыҡ ҡылыусылар кеше аҡсаһын үҙләштереүҙең яңы схемаһын уйлап тапҡан. Улар үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырып, банкка юғары процент менән аҡса һалырға тәҡдим итә. Ҡыҙыҡһынған кешеләргә шул банктың онлайн-сәхифәһенә һылтанма ебәрә. Артабан унда логин менән пароль яҙырға кәрәк була. Шунан инде барыһы ла шул уҡ алдыҡ юлы менән эшләнә: кешенең банк картаһы һандарын белгән енәйәтселәргә уның иҫәбендә йәки депозитында булған аҡсаны «сисеп» алыуы бер ни тормай.


Читайте нас