5 апрелдән «Осҡон» гәзитенә киләһе ярты йыллыҡҡа ташламалы хаҡ — 827 һум 88 тин менән яҙылырға була (Асҡар халҡы редакцияға килеп тә яҙыла ала). Отошло мәлде файҙаланып, гәзитле булған дуҫтарыбыҙ 15 апрелгә тиклем квитанцияларын Асҡар, Ленин урамы, 14а адресы буйынса ебәрһә, тап ошо ун көнлөктә яҙылғандар араһында тостер уйнатыласаҡ. Бөгөн почта йәшнигебеҙгә тәүге квитанция килеп төштө лә инде. Әгәр ташламалы хаҡ менән яҙылған осорҙа һеҙгә бәхет йылмаймаһа, квитанцияларығыҙ артабан «Аҙна һайын бүләк!» уйынында ла ҡатнашасаҡ.