Дүшәмбелә үткән оператив кәңәшмәлә БР Башлығы Р. Хәбиров һабантуйҙар уҙғарыу мәсьәләһе әле асыҡ ҡалыуы хаҡында белдерҙе. «Барыһы ла эпидемиологик хәлдең нисек булыуына бәйле, — тине төбәк етәксеһе. — Әгәр хәлдәр һәйбәт барһа, сәсеү эштәре тамамланыуҙы мотлаҡ билдәләйәсәкбеҙ, һабантуйҙарға әҙерлек барырға тейеш. Алдағы йылдарҙағы кеүек һабан байрамдарында спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыласаҡ».