Башҡортостан Һунарсылар союзынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡоштарға һунар асылды. Быйыл ул өс этапта үтә һәм 10-нан 19 апрелгә тиклем Әбйәлил районы биләмәһендә һуйыр, ҡыр өйрәге, ҡурпысыҡты атып алырға рөхсәт ителә. Әйткәндәй, был ҡоштарҙың инәләренә һунар итергә ярамай. Ҡалған этаптарҙа — 3 майға тиклем башҡа райондар биләмәһендә рөхсәт ҡағыҙҙары бирелә.