Новости
19 Апреля 2021, 10:35

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә 24 апрель “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2021” акцияһын үткәрәсәк.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү буйынса автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт дәүләт университеты, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы менән берлектә 24 апрель “Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант – 2021” акцияһын үткәрәсәк.
Илдәге һәм донъялағы эпидемиологик хәлдәргә бәйле башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты 2020 йылда беренсе тапҡыр тулыһынса онлайн-форматта уҙғарғайнылар, быйыл акция йәнә лә онлайн һәм оффлайн форматта уҙасаҡ.
Акцияла ҡатнашыу өсөн https://bashdiktant.ru/ сайтында теркәлергә, йә смартфонға мобиль ҡушымта ҡуйып алырға кәрәк.
2021 йылдың 24 апрель көнө 11:00 сәғ. (Өфө ваҡыты) «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында, «Бәйләнештә» социаль селтәрҙәрендә, «YouTube» видеохостингында диктаторҙар диктант тексын тура эфирҙа уҡый башлай:
сәғәт 11:00-ҙән сәғәт 11:25-кә тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
сәғәт 11:30-ҙан сәғәт 12:00-кә тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
сәғәт 12.05-нән сәғәт 12.30-гә тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
Акцияла һәр ҡатнашыусы диктантты үҙ аллы өйҙә яҙа ала. Оффлайн форматта дөйөм белем биреү, һөнәри белем биреү ойошмаларында, юғары уҡыу йорттарында, мәҙәниәт учреждениеларында, коммерция предприятиеларында, ижтимағи ойошмалар офистарында һ.б. урындарҙа ҡатнашырға мөмкинлек бар.
Шул уҡ ваҡытта диктантты 2021 йылдың 26 апрель 23:59 сәғ. тиклем http://bashdiktant.ru рәсми сайтында һәм ойоштороусыларҙың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәләрендә (https://vk.com/bash_fond) эфирҙың видеояҙмаһын ҡарап яҙырға мөмкин.
«Интернет» мәғлүмәт-телекоммуникация селтәре аша яҙған ҡатнашыусыларҙың эштәре https://bashdiktant.ru/ сайтындағы шәхси кабинет аша ҡабул ителә. Шулай уҡ яҙма эштәрҙең фотоһын, скан вариантын bashdiktant2021@mail.ru электрон почтаһына 2021 йылдың 26 апреленә 23:59 сәғ. тиклем ебәрергә мөмкин.
Акцияның рәсми һөҙөмтәләре 30 көн арауығында https://bashdiktant.ru/ сайтында баҫтырылып сығасаҡ.
Дикторҙар:
  1. Илшат Абдуллин (“Бүреләр” төркөмө солисты) - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
  2. Эльвира Айытҡолова («Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара союзы президиумы рәйесе) - башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
  3. Альберт Исмәғил (Рок-башҡарыусы, “Исмаил” төркөмөнә нигеҙ һалыусы) - башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
  4. Читайте нас