Быйыл май байрамдарында Башҡортостан халҡын өс өҫтәмә ял көнө көтә. 1 май — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, 9 май — Еңеү көнө һәм 13 май — Ураҙа ғәйете билдәләнә. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында 1, 2, 3, 8, 9, 10 һәм 13 май ял көндәре буласаҡ. 30 апрелдә һәм 12 майҙа эш көндәре бер сәғәткә ҡыҫҡара.