Новости
20 Апреля 2021, 06:08

Ҡарағастарҙы тергеҙеү беҙҙең ҡулда

Ҡужан ауылы янындағы өлтөк ҡарағастарҙы тергеҙеү өсөн 650 мең һум аҡса йыйырға кәрәк, тип белдерҙе ғалимдар. Былтыр көҙ билдәһеҙ әҙәмдәр 11 төп ҡарағастың олондарын бысып китеүе арҡаһында уларға ҡороу ҡурҡынысы янаны. РФ Фәндәр академияһының Өфө биология институты директоры Василий Мартыненко өлтөктәрҙе ҡотҡарыу мөмкинлеге бар һәм тергеҙеү эштәрен кисекмәҫтән башларға кәрәк, тип белдерҙе. Әле ағастарҙа бөрөләр барлыҡҡа килеүе уларҙың артабан йәшәп китеүенә өмөт уята, әммә ярҙамһыҙ булмай. Ҡороған ботаҡтарын ҡырҡыу, бөрөләрҙе тәрбиәләү, тамырҙары туҡландырыу кеүек даими эштәр талап ителә. Бөтә йыйылған аҡса буйынса отчет интернетта күрһәтелеп барасаҡ.
Читайте нас