- Президент мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу сараһы иҫәпләнгән, инфляция хәүефе юҡ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Хөкүмәте финанс министры Антон Силуанов.
Кисә ил Башлығы Владимир Путин Федераль Йыйылыш алдында сығыш яһаны. Ул үҙенең мөрәжәғәтендә рәсәйлеләргә ер участкаларына бушлай газ үткәреүҙе вәғәҙә итте, Мәскәү менән Ҡазан араһында тиҙ йөрөшлө федераль трассаны өс йылда төҙөп бөтөп, Екатеринбургҡа тиклем еткереү тураһында һәйләне. Яңы социаль түләмдәр хаҡында, киләһе ике йылда юғары уҡыу йорттарында 45 мең бюджет урындары асылыуы тураһында белдерҙе. Коронавирустан тик вакцина ғына ҡотҡарасағын әйтеп, Рәсәй халҡын привика эшләтергә саҡырҙы.