Иртәгә, 24 апрелдә, Бөтә Рәсәй экологик өмәһе менән бер рәттән «Йәшел Башҡортостан» акцияһы ла ойошторола. Был көндө республикала, 670 майҙансыҡта 119 мең төп ағас үҫентеһе ултыртыласаҡ. Экологик акция Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 80 йыл тулыуға арнала. Әбйәлилдәр ҙә «Йәшел Башҡортостан»ға ҡушылып, бөтә район биләмәһендә ағас ултыртыу өмәләренә сыға. Ташбулатта Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына, Үтәгәндә Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары иҫтәлегенә арналған яңы аллеялар йәшелләндереләсәк. Акция сәғәт 10-да башлана.