«Ҡурай» ғаилә тәрбиәһе биреү үҙәге (Асҡар балалар йорто) етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алырға теләүселәр өсөн курстар ойоштора. Ата-әсәләр унда ҡатнашып, баланы яңы ғаилә шарттарына яраҡлаштырырға, үҙҙәренең тәрбиәсе мөмкинлектәрен асыҡларға өйрәнәсәк, психолог, юрист кәңәштәре аласаҡ. Курс 15 майҙа башлана һәм һәр аҙнаның шәмбе-йәкшәмбеһендә үткәрелә. Белешмәләр өсөн телефон: 2-03-07, 2-88-15.