28 апрелдә муниципаль район Советының сираттағы 7-се ултырышы үтәсәк. Көн тәртибендә муниципаль район Советының 2020 йылдың 15 декабрендәге «Әбйәлил районы муниципаль районы бюджеты тураһында»ғы ҡарарына үҙгәрештәр индереү; муниципаль райондың йыллыҡ бюджеты үтәлеше тураһында отчетты раҫлау; контроль-иҫәп палатаһы отчеты; Әбйәлил районында муниципаль программаларҙың үтәлеше; ауыл биләмәләрендә көтөүҙе ойоштороу; балаларҙың йәйге ялын уҙғарыу; Әбйәлил районы муниципаль район хакимиәте структураһына үҙгәрештәр индереү мәсьәләләре ҡараласаҡ. Башлана 11 сәғәттә.