Новости
14 Мая 2021, 06:41

Ат сабышы миҙгелен әбйәлилдәр асасаҡ

Быйылғы «Терра Башҡортостан» ат-спорт турниры 22 майға билдәләнде. Баш ҡаланың «Аҡбуҙат» ипподромында был көндө Әбйәлил, Күгәрсен, Тәтешле, Бишбүләк һәм Саҡмағош райондары һыбайлылары ярышасаҡ һәм улар араһынан иң яҡшы жокей асыҡланасаҡ. Турнирҙы тура эфирҙа Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, «Вся Уфа» һәм «Конный мир» каналдарында ҡарарға була.
Читайте нас