Башҡортостанда халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләп, ошондай акция старт алды. Табиптар көҙгә тиклем республика райондары буйлап йөрөп, кешеләрҙең һаулығын тикшерәсәк, айырыуса төпкөл ауылдарҙа йәшәүселәр иғтибар үҙәгенә алынасаҡ. Табиптар бригадаһы һеҙҙең ауылда булған көндө коронавирусҡа ҡаршы вакцина яһатырға, заманса медицина ҡорамалдарында флюорография, маммография, кардиограмма үтергә, хирург, невропатолог, офтальмолог, гинеколог, педиатр кеүек табиптарға күренергә мөмкин була — бының өсөн уларға алдан яҙылырға кәрәкмәй. Белорет ҡалаһы һәм Асҡар үҙәк дауаханаһы табиптары Әбйәлил халҡын тәүге этапта 3-нән 24 июнгә тиклем ҡабул итергә ниәтләй. Был осорҙа улар Хәлил, Әбделмәмбәт, Ишҡол, Дәүләт, Таштимер, Буранғол ауылдарында буласаҡ.