Республика Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы иғлан иткән «Иғтибар, балалар!» профилактик сараһы 11 июнгә тиклем дауам итәсәк. Йәйге каникулдарҙа балалар күп ваҡытын урамда уҙғара, велосипед, самокат, мопед кеүек сараларҙа йөрөргә өйрәнә һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың яҡлауға иң мохтаж төркөмө булып ҡала. Йыл башынан районда балалар ҡатнашлығында алты авария теркәлгән, уларҙа өс кеше зыян күргән, Өфөлә ошо аҙнала 13 йәшлек велосипедсы КамАЗ машинаһы аҫтында ҡалып, һәләк булған. Шуға күрә төрлө мото-, автотранспорт сараларына идара иткән үҫмерҙәргә айырыуса иғтибар йүнәлтеләсәк, профилактик әңгәмәләр уҙғарыласаҡ.