Башҡортостан һәм район мәктәптәрендә иртәгә, 22 майҙа 9-сы һәм 11-се кластар уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау яңғыраясаҡ. Роспотребнадзор күрһәтмәләренә ярашлы, тантаналар асыҡ һауала үткәреләсәк, битлектә булыу талабы ҡуйыла. Башҡортостандың сауҙа нөктәләрендә был көндө спиртлы эсемлектәр һатыуға сикләү индерелә.