Новости
21 Мая 2021, 06:21

Олимпиада еңеүселәре Өфөгә саҡырылды

Баш ҡалала Гагарин кубогына уҙғарылған олимпиадалар еңеүселәре тәбрикләнде. Беҙҙең райондан был тантанала Яңы Балапан урта мәктәбенең 6-сы класс уҡыусыһы, башҡорт теле буйынса олимпиадала икенсе урын яулаусы Баязит Зәйтүнов һәм Әбделмәмбәт урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы, физик культура буйынса икенсе урын алған Тайфур Миңлейәров ҡатнашты. Улар маҡтау грамоталарынан тыш самокат һәм роликтар менән бүләкләнде. Афарин!
Читайте нас