«Айыҡ ауыл» республика конкурсының финалисы булған Таштимер ауылының урта мәктәбендә үткән һуңғы ҡыңғырау тантанаһына белем усағын төрлө йылдарҙа тамамлаған, хәҙер төрлө вазифаларҙа уңышлы эшләп йөрөгән ауылдаштар килеп, республика, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа призлы урындар яулаған уҡыусыларҙы тәбрикләне. Сығарылыш класы уҡыусылары — уҡыу алдынғылары Фазыл Мәғәфүров, Айгиз Мөхөтдинов, Айһылыу Йәрмөхәмәтова, Ильяс Мәхмүтов, Элина Хамматова һәм Диниә Садиҡоваға «Башаҡ» хужалығының данлыҡлы механизаторы Хәйҙәр Хызыров, Таштимер ауыл Советы депутаттары Илүзә Ғәйнуллина, Сәлим Дәминдаров, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин, Мәшғүллек үҙәге етәксеһе Радик Рәхмәтуллин, БДПУ хеҙмәткәре Розалия Солтанова, Красная Башкирияның «Тирмәкәй» балалар баҡсаһы мөдире Фирүзә Моратшина исемле премияларын тапшырҙы.