Башҡортостанда балаларға энергетиктар һатҡан өсөн штрафтар тураһында закон үҙ көсөнә инде. Документ спиртлы булмаған, әммә тонусты күтәреүсе эсемлектәрҙе бәлиғ булмағандарға һатыуҙы тыя. Законды боҙған өсөн граждандарға 3 – 4 мең һум, вазифауи кешеләргә — 30 – 40 мең һум, юридик берәмектәргә 150 – 200 мең һум административ штраф һалынасаҡ. «Был эсемлектәрҙе күпләп ҡабул итеү йәш организм өсөн зыянлы, — тине БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе К. Толкачев. — Энергетиктарҙы йыш эскән балала ашҡаҙан-эсәк, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре аҙасаҡ».