Новости
25 Мая 2021, 05:48

Ҡорал алыуға талаптар арта

Рәсәйҙә ҡорал йөрөтөүгә лицензия алыуға талаптар ҡәтғиләнә. Мәҫәлән, бер йәки ике тапҡыр хөкөм ителгән булған граждандарға ҡорал алыу бөтөнләй тыйыласаҡ. Шулай уҡ эскән килеш рулгә идара итеп, законды боҙған водителдәр ҙә ҡоралға лицензия ала алмаясаҡ. Депутаттар әҙерләгән закон проекты шулай уҡ интернетта, матбуғат сараларында мылтыҡ-пистолеттар яһау, уны үҙгәртеп ҡороу, тергеҙеү буйынса инструкциялар таратыуҙы ла сикләйәсәк.
Читайте нас