Ҡужан ауылы халҡы зыяратты тәртипкә килтереү буйынса өмәгә дәррәү сыҡты. Дөйөм эшкә ауылдан ситтә йәшәгәндәр ҙә ихлас ҡушылды. Ҡәберлектәрҙе туҙған венок-сәскәләрҙән, ҡый үләндәренән таҙартып, Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәте һәм эшҡыуар Әлфиә Мәжинова биргән буяуҙар менән зыяраттың кәртәһен, ҡорамалдар һаҡланған келәтте яңыртып буянылар. Йыйылған сүп-сарҙы Ильяс Фәтхуллин, Марсель Мортазин, Илфат Шафиҡов үҙ техникаһында ташып түкте. Өмә һуңынан ҡужандар Тәлғәт Кәримов, мәрхүм әсәһенә бағышлап, үткәргән аят ашынан ауыҙ иттеләр.