Өфөлә 3 июлдә Бөтә донъя фольклориадаһы башлана. Ошо аҙнала республика Башлығы Радий Хәбиров ойоштороу комитеты ултырышында ҡатнашты. Ер шарының 55 иле вәкилдәре ҙур фольклор байрамында ҡатнашасағын рәсми рәүештә раҫлаған — был Башҡортостанға 2 меңдән ашыу ҡунаҡ килә тигән һүҙ. Аҙнанан ашыу дауам иткән фестиваль көн һайын берәй ил әртистәренең сығышы менән башланасаҡ. Ҙур сараны Конгресс-холл биләмәһендә «Фольклориада йөрәге» тигән тантана йомғаҡлаясаҡ.