Белорет районында уҡтан атыу буйынса асыҡ турнир ойошторолдо. Унда Әбйәлил уҡсылары ла мәргәнлеген һынаны. Йәйәү һәм һыбай атыу буйынса бер нисә дистанцияла ярыштар барҙы. Һыбай уҡ менән атыу дисциплинаһында 24 һыбайлы ҡатнашты һәм улар араһында беренсе урынды Өфөлә йәшәүсе яҡташыбыҙ — Тәпән ауылынан Рушан Хәсәнов беренсе урынды яуланы.