Новости
28 Мая 2021, 09:51

Башҡорт аты фестивале

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тәҡдименә ярашлы, йыл һайын июль айының өсөнсө шәмбеһендә Башҡорт тоҡомло аттар фестивале ойоштороласаҡ. Тейешле Указға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡул ҡуйҙы. Фестивалдең маҡсаты — йылҡысылыҡты үҫтереү, ҡымыҙ етештереүҙе арттырыу, башҡорт аттары брендын һаҡлау. Сараны үткәреү урыны тип Баймаҡ районы билдәләнде.


Читайте нас