Новости
1 Июня 2021, 06:42

Ҡарабойҙайҙы сит илгә сығарыу тыйыла

Июнь айынан үҙ көсөнә ингән закондарҙың береһе ҡарабойҙай ярмаһына ҡағыла. 5 июндән 31 авгусҡа тиклем ҡарабойҙайҙы экспортлауға сикләү индерелә. Был Рәсәй баҙарында хаҡтарҙы тотороҡландырыу өсөн эшләнә. Быйыл апрель аҙағына тиклем был ярманы сит илгә һатыу күләме 104 мең тоннанан артҡан, ә былтыр ошо осорҙа 40 мең тонна ғына сығарылған булған. Ауыл хужалығы министрлығы ағымдағы йылда ҡарабойҙай сәсеүлектәре майҙандары арттырыласаҡ, тип белдерҙе.
Читайте нас