Новости
1 Июня 2021, 06:41

Башҡорт бал ҡортон яҡлап

Тағы бер федераль закон бал ҡорттарын агрохимикаттар һәм пестицидтар менән ағыуланыуҙан һаҡлаясаҡ. Документҡа ярашлы, ауыл хужалығы предприятиелары баҫыуҙарҙы ағыулы матдәләр менән эшкәртеү тураһында умартасыларҙы өс көн алдан иҫкәртергә тейеш. Был ҡанун шулай уҡ Рәсәйҙә теркәлмәгән дарыу препараттары менән бал ҡорттарын дауалауҙы тыя. Һәр умартаға айырым ветеринар-санитар паспорт булыуы шарт.


Читайте нас