Башҡортостан туристары өсөн маршрут асылды — Ирәмәл тауына хәтлем һыбай барырға мөмкин. Быға тиклем сәйәхәтселәр тауға хәтлем автомобилдә барып, артабан төрлө һуҡмаҡтарҙан күтәрелә торғайны. Хәҙер маршруттың яртыһын аттарға менеп үтергә була. Һыбайлы сәйәхәт Белорет районының Николаевка ауылында башлана һәм 19 километр дауам итә. Аттарға ултырып йөрөү 14 йәштән өлкән туристарға ғына рөхсәт ителә.