Башҡортостан халҡын июль айында өҫтәмә ял көнө көтә. 20 июлдә республикала йәшәүсе мосолмандар дини байрамдарҙың береһе — Ҡорбан ғәйетен билдәләй. Был көн шишәмбегә тура килә һәм Башҡортостанда ял көнө итеп иғлан ителә. Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында бер көн — 20 июлдә ял итәбеҙ.