Бер аҙнала яңы өлгөргән ҡыяр һәм аҡ күсәнле кәбеҫтә 4,9 һәм 4,2 процентҡа ҡиммәтләнгән. Хәҙер республикала бер килограмм ҡыярҙың уртаса хаҡы – 56, кәбеҫтәнеке 40 һум.
Алма, һыйыр ите, ҡара сәй, шәкәр, бойҙай икмәге, тауыҡ, он, йомортҡа, тары ярмаһы, эремсек, тоҙ, туңдырылған балыҡ, печенье, аҡ май, шоколадлы кәнфит, ҡаймаҡ, шымартылған дөгө, сосиска, сарделька, һарыҡ ите, макарон, маргаринға ла хаҡ 0,2 – 2,4 процентҡа артҡан.
Киреһенсә, кишер 6,7 процентҡа арзанайған, бер килограмы уртаса 86 һумға төшә. Шулай уҡ үҫемлек майы, ҡарабойҙай, йәшелсә һәм емеш-еләк консервалары, колбаса, сыр, вермишель, башлы һуған, картуф, помидор 0,1 – 5,1 процентҡа осһоҙланған.