Республиканың уҡыу йорттарына «Госуслуги» порталы аша документтарҙы тапшырырға мөмкин. «Поступление в вуз онлайн» сервисы аша БДУ, ӨДАТУ, ӨДНТУ, БДМУ, Аҡмулла исемендәге БДПУ-ға, Аграр университетҡа һәм БР Башлығы янындағы академияға кәрәкле документтарҙы тултырып ебәрергә була. Бер юлы биш уҡыу йортона ун йүнәлеш буйынса документтар тапшырырға мөмкин.
Уҡырға инеү-инмәүең тураһында ла «Госуслуги»ҙағы шәхси кабинеттан белешмә алыу мөмкинлеге бар. Ошонда уҡ ҡабул итеү имтихандары расписаниеһы менән танышырға була.